Беҙҙең телекомпания беренсе урында

Беҙҙең телекомпания беренсе урында

Өфөнөң Динамо стадионында легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнир үтте. Унда беҙҙең Башҡортостан дәүләт телерадио компанияһы йыйылма командаһы еңеү яуланы. Сираттағы репортаж.Тәүге йылдарҙа ярышта журналистар ғына ҡатнашып килде. Һуңынан турнирға сәнғәт әһелдәре һәм Әхәт Мотаһар улының туғандары ҡушылды. Ә быйыл легендар дикторҙың яҡындары айырым команда ойоштороп сығыш яһаны.Турнирҙы Башҡортостан телерадиокомпанияһы, БСТ телеканалы, Юлдаш радиоһы, “Динамо” спорт ойошмаһы һәм бағыусылар ярҙамы менән ойошторҙолар. Ә төп мәсьәләләр Әхәт Мотаһар улының тормош иптәше Тәнзилә Үлмәҫбаева иңенә төштө. Ул йыл һайын ярыш юғары кимәлдә үтһен өсөн тырыша, бөтә күңелен биреп эшләй. Әхәт Мортазин телевидение һәм радионың талантлы дикторы ине. Уны яҡшы спортсы итеп тә иҫләйбеҙ. Оҙаҡ йылдар ул “Юлдаш” каналының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Үҙе волейбол уйнаған йылдары төрлө ярыштар ҙа ойошторорға ярҙам итте. Быйыл турнир бишенсе тапҡыр үтте. Күпселек ҡатнашыусылар радио, телевидение, газета һәм журнал хәбәрселәре. Йыл һайын ярыш Урал клубы уйнаған Динамо стадионында уҙғарыла.Финал быйыл көсөргәнешле булды. Беренсе урынды беҙҙең компания вәкилдәре яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы “Туғандар” һәм БСТ командалары бүлеште. Улар ҡиммәтле бүләктәр һәм Блесна магазинына сертификаттар алып ҡыуанды. Шулай уҡ номинациялар буйынса иң яҡшы уйынсылар ҙа билдәләнде.