Ирегән ҡар һыуҙары йорттарҙы баҫа. Үткән тәүлектә 112-Системаһына ошо турала 65 мөрәжәғәт булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләкән районы Ҡамсалытамаҡ ауылы янында Өршәк йылғаһы 152, Кушнаренко районында Юғары Аҡбаш ауылы янында Каряка йылғаһы 133, Ҡырмыҫҡалы районы Бекет ауылы янында Өҙән йылғаһы 134, Хәйбулла районында Таналыҡ йылғаһы 87 сантиметрға күтәрелгән. Трасса аша һыу ағыу сәбәпле Аҡъяр-Сибай юлы ябылған. Синоптиктар апрелдең тәүге ун көнөндә дала йылғаларында, 20-се апрель тирәләрендә Ағиҙел, Өфө йылғаларында һыу кимәле иң юғары кимәленә етер, тип фаразлай.
Башҡортостанда йылғалар күтәрелә
Башҡортостанда йылғалар күтәрелә