Юғарыға ос

Юғарыға ос

Өфөнөң Торатау конгресс-холында “Юғарыға ос” мәғарифы форумы үтте. Ул республикала алтынсы тапҡыр ойошторолдо һәм уҡыусыларға рухи тәрбиә биреүгә, ошо өлкәләге проблемаларҙы тикшереүгә арналды. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова әҙерләгән сюжетта. Торатау конгресс-холы йәнә “Юғарыға ос” мәктәп мәғарифы форумына үҙ ишектәрен асты. Республиканың район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, мәғариф белгестәре, уҡыусылар, ата-әсәләр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре-бөтәһе бер меңгә яҡын ҡатнашыусы бер майҙанда йыйылып мәғариф өлкәһендәге иң көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Форумда бер юлы тиҫтәләгән фекер алышыу майҙансығы эшләне. Уҡыусыларҙың кире күренештәрен һәм деструктив ҡылыҡтарын иҫкәртеү. Тәрбиә экосистемаһы: ҡараштарҙың күп төрлөлөгө һәм ҡиммәттәрҙең берҙәмлеге, социаль проектлау  — уҡыусыларҙа деструктив ҡылыҡтарҙы иҫкәртеүҙең бер ысулы. Темалар төрлө, улар барыһы ла уҡыусыларға рухи тәрбиә биреүгә, ошо өлкәләге проблемаларҙы анализлауға арналды. Форум барышында шулай уҡ республиканың психология хеҙмәте эшен камиллаштырыу, мәғариф өлкәһендә мәғлүмәт хәүефһеҙлеге тураһында ла һүҙ барҙы. Айырым майзансыкта Мөһим темаға педагогик һөйләшеү ҙә ойошторолдо. Унда башҡа спикерҙарҙың сығыштары менән бергә Иң мөһиме тураһында һөйләшеү федераль проектының төбәк комплнентын төҙөүгә лә иғтибар бирелде. Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забели, да ҡатнашты. Ул хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы, һәммәһенә лә уңыштар теләне. Юғарыға ос алтынсы мәктәп мәғарифы форумы “Мәғариф” федераль милли проектына ярашлы уҙғарыла. Форум киңлектәре йылдан-йыл киңәйә, әһәмиәте арта. Быға тиклем уҙғарылған форумдарҙа биш көнлөк уҡыу режимына күсеү, йәш уҡытыусыларға гранттар бүлеү, полилингваль белем биреү системаһын үҫтереү, стоматология кабинеттары асыу һәм башҡа проекттар ҡабул ителә, улар бөгөн дә Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырыла.