Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарын эштән бушатыу тыйыла. Өсөнсө уҡыуҙа Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ошо туралағы үҙгәрештәрҙе хупланы.Закон эш биреүсенең башланғысы менән хәрби хәрәкәттәр ветерандарының тол ҡатындарын ире һәләк булғандан һуң бер йыл дауамында эштән бушатыуҙы тыйҙы. Әгәр ҡатын — ҡыҙ ҡабаттан кейәүгә сыҡһа йәки бер нисә тапҡыр хеҙмәт тәртибен тупаҫ боҙоуға юл ҡуйһа, әлеге закон уға ҡағылмай.
Эштән бушатыу тыйыла
Эштән бушатыу тыйыла