Хәрби госпиталдәргә гуманитар ярҙам

Хәрби госпиталдәргә гуманитар ярҙам

Октябрьский ҡалаһында “Оберег” ирекмәндәр төркөмө эшләй. Улар хәрби госпиталдәргә гуманитар ярҙам йыя, маскировка селтәрҙәре бәйләй, камуфляж костюмдар, флис эшләпәләр һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тегә. Ирекмәндәр ойошмаһы вәкилдәре менән хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова осрашты. «Оберег» ирекмәндәр ойошмаһының үҙәк келәтендә сираттағы гуманитар ярҙам йыйыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға оҙатыу өсөн һуңғы йәшниктәр тултырыла.Лилиә Вельбой ире менән ике йылдан ашыу махсус хәрби операцияла булған яҡташтарына ярҙам ойоштороу менән шөғөлләнә. Ойошма әле биш госпитальгә һәм ун биш медицина взводына ярҙам итә. Махсус хәрби операцияла булған яҡташтары кәрәкле әйберҙәр һорап исемлек ебәреү менән ойошмала тынғыһыҙ эш башлана. Яу яланында ҡулланыу өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙең барыһында үҙ аллы эшләргә өйрәнгән ойошма вәкилдәре. Тыуған яҡтың үләндәре лә шифалы.Киптерелгән үләндәрҙән пакетлы сәй ҙә эшләй ойошманың оҫтабикәләре. Ҡан ағыуҙы туҡтата торған паста бындағы иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе. Ул ҡаты йәрәхәттәрҙе, тән яраларын да дауалай ала. Яу яланында был паста бик кәрәк.“Оберег”ирекмәндәр ойошмаһына урындағы тегеү оҫтаханаһы ла ярҙам итә. Шулай уҡ “Оберег”ойошмаһы ирекмәндәре маскировка селтәрҙәре үреү менән дә шөғөлләнә. Фәнис Хәйретдинов үҙ аллы станок эшләп маскировка селтәрен бәйләргә өйрәнгән. Уға ҡатыны ла ҡушылған. Хәҙер улар үреү технологияһын көндән-көн яҡшыртыу өҫтөндә эшләй. Маскировка селтәрен етештереү өсөн дүрт станок һәм илле ирекмән йәлеп ителгән. Хәҙер көнөнә дүрт маскировка селтәрен үрә улар.Бер береһен дәртләндереү өсөн ойошмалағы апайҙар йырлап та ала, шиғыр ҙа һөйләй. Дилбәр Фәхретдинова үҙе менән ҡыл ҡубыҙ ҙа алып йөрөй.Махсус хәрби операцияла буған яҡташтарына ебәргән һәр посылканың адресатына барып етәүе беҙҙең өсөн төп бурыстарҙың береһе ти ойошма вәкилдәре.