1 декабрҙә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай Был — Рәсәйҙең яңы тарихында 23-сө һәм Путин өсөн 13-сө Мөрәжәғәтнамә. Сара Ҙур Кремль һарайының Георгий залында Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Унда Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары суд рәйестәре, генераль прокурор, Үҙәк һайлау комиссияһы, Иҫәп палатаһы, Йәмәғәт палатаһы башлыҡтары, төбәк етәкселәре, төп конфессия башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.
Израилда ут төртөүҙәр террор ғәмәленә тиңләштерелә. Был хаҡта ил премьер-министры Биньямин Нетаньяху белдерҙе. Израиль дәүләтен яндырырға теләүселәрҙең барыһын да ҡаты яза көтә, тигән ул.
Ғыйраҡтың Хилла ҡалаһындағы терактта 100 кеше һәләк булған. Был ғәмәл өсөн “Ислам дәүләте” яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған. Найнава виләйәтендә ИГИЛ нефть ятҡылыҡтарына ут төрткән.
Үҙәк Америкала ер тетрәгән. Рихтер шкалаһы буйынса уның көсө 7 балдан ашып киткән. Ер тетрәгән урындан 300 саҡырым алыҫлыҡта цунами хәүефе тураһында иғлан ителгән.