Республика мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Тулыраҡ: Республика мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Республика мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе.

81-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов яҡты донъянан китте. Билдәле йырсы, тележурналист, Өфөнөң почетлы гражданины менән хушлашыу Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.Фәрит Бикбулатовтың күңелдәргә үтеп ингән үҙенсәлекле тауышын, онотолмаҫлыҡ йырҙарын хәҙер яҙмаларҙан ғына тыңларға ҡала. Фәрит Бикбулатов менән хушлашырға килгән кешеләр театр фойеһына ла һыйманы. Моңо йөрәктәргә үтеп инә, йырсының үҙенә генә хас, халыҡсан тауышы бер кемде лә, бер ҡасан да битараф ҡалдырманы.Саф күңелле, эскерһеҙ, мөләйем – тап шундай яҡты кеше булып ул хәтерҙә һаҡланасаҡ. Фәрит Хәйбулла улының йырҙары ла шул алсаҡлыҡ менән һуғарылған. Фәрит Хәйбулла улы оҙаҡ йылдарын телевидениеға бағышлай. Диктор, мөхәррир булып эшләй, музыкаль тапшырыуҙар авторы үҙе шиғырҙар ҙа.Фәрит Бикбулатовтың йырҙарында бер-нисә быуын үҫте. Ябай, шул уҡ ваҡытта бөйөк. Бөйөк кеше, бөйөк уҡытыусы. Тап ул күптәрҙең күңелендә йыр-моңға ҡарата һөйөү уятҡан.Үҙе китһә лә, йырҙары ҡалды. Фәрит Хәйбулла улының яҡты иҫтәлеге, уның ижады йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк, ти хушлашырға килгән һәр кем.Фәрит Хәйбулла улы йәйгеһен 80 йәшлек юбилейын билдәләгәйне. Ул һуңғы көнөнә тиклем тағы ла сәхнәгә сығырға хыялланған. Ҡыҙғанысҡа, ҡаты ауырыуҙан 28 көн дауамында аңына килмәй, Фәрит Бикбулатов баҡыйлыҡҡа күсте. Ғүмере буйына оҙата килгән алҡшыҡтар һуңғы юлға оҙатҡанда ла яңғырап торҙо.