Өфөнөң Ленин майҙанында 30 метрлыҡ Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды.
Быйыл да баш ҡаланың барлыҡ райондарын Яңы йыл шыршылары һәм боҙ ҡаласыҡтары биҙәйәсәк. Конгресс-холл янындағы «Ватан» этно-паркында шыршы тәүгеләрҙән булып ҡуйылды. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл «Ватан» паркы ысын әкиәт донъяһына әйләнәсәк. Унда һырғалаҡ, концерт майҙансығы һәм Ҡыш бабай тирмәһе буласаҡ. «Һоҡланғыс Башҡортостан-2017» проекты сиктәрендә төбәктә ошондай биш тирмә асыла. 7 декабрҙә Өфөгә Бөйөк Устюг ҡалаһынан Рәсәйҙең Ҡыш бабайы ҡунаҡҡа килә. Ул баш ҡалабыҙҙа башҡорт Ҡыш бабайы тирмәһен асыуҙа ҡатнаша.