Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа берлеге һәм Халыҡ-ара валюта фонды финанс ярҙам күрһәтеп Грециянан популяр булмаған реформалар үткәреүҙе талап итә. Һуңғы аҙнала был юҫыҡтағы һөйләшеүҙәр бик ауыр бара. Греция бурыстарын түләүҙе кисектереүҙе үтенә. Әммә Германия был мәсьәләлә артҡа сигенергә уйламай.

Францияла ҡырағай өйрәктәрҙең ҡош киҙеүе менән ауырыуы асыҡланған. Илдең ауыл хужалығы министрлығы халыҡты был ауырыуҙы әлегә йорт ҡоштары йоҡтормаған , тип тынысландыра. Быйыл тәүге тапғыр киҙеүҙе ҡуҙғытыусы вирустар Германияла ла табылған.

Сүриә армияһы Көнсығыш Алеппоның байтаҡ өлөшөн яулап алды. Рәсәй хәрбиҙәре белдереүенсә, ҡаланың был өлөшөнөң 40 проценты хәҙер хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡарамағында. Белгестәр Көнсығыш Алеппоның азат ителеүен Башар Асад өсөн мөһим еңеүҙәрҙең береһе, тип баһалай.

Һуңғы көндәрҙә генә климаттың үҙгәреүе тураһында өс хисап донъя күрҙе. Стокгольм институтында Арктикала боҙҙар иреүгә етди борсолоу белдерәләр. Ошо сәбәпле былтыр Антарктикала майҙаны 582 квадрат километрлыҡ айсберг барлыҡҡа килгәйне. Йылы диңгеҙ кораллдарҙы ла юҡ итә. Ғалимдар ашығыс саралар күрмәгәндә климаттың йылыныуы ҙур һәләкәттәргә килтереүе ихтимал, тип иҫкәртә.