Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшөнә бәйле мөһим белдереү

Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшөнә бәйле мөһим белдереү

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшөнә бәйле белдереү яһаны. Иман йорто төҙөлөшө буйынса ойоштороу эштәрен алып барыу Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Алан Марзаевҡа йөкмәтелде. Уға махсус штаб төҙөргә ҡушылды. Документтар тәртипкә килтерелгән, тикшереү үткәрелгән. Быйылға иғәнәләү сығанаҡтары, эш күләме лә яҡынса билдәле, тине Радий Хәбиров. Ултырыштың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажы.Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшөн дауам итеү һүҙҙә генә түгел ғәмәлдә булыуы Оператив кәңәшмәлә аныҡ мәғлүм булды. Яуаплы етәкселәр билдәләнгән, тикшереү үткәрелгән, финанс сығанаҡтар буйынса ла асыҡлыҡ бар тине Республика Башлығы.Оператив кәңәшмә йолаһы буйынса инеш кадрҙар үҙгәрешен иғлан менән асылды. Күптән түгел махсус хәрби операциянан ҡайтҡан Азат Баҙранов Республика Башлығы хакимиәтенә эшкә күсә, тип иғлан итте Радий Хәбиров. Ул эске сәйәсәт өсөн яуаплы буласаҡ. Әлеге вазифала булған Урал Килсенбаев хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Файҙалы ҡаҙылмалар буйынса ведомство-ара комиссия ла йәнә Азат Баҙранов яуаплылығына ҡайтарылды.Яҙҙың быйыл ғәҙәттәгенән иртә килеүе ҡала-район башлыҡтарына тағы бер бурыс өҫтәне. Урамдарҙы таҙартыу эшен дә алдараҡ башларға кәрәк ине. Тик уны күптәр башҡара алмаған, шуға ла Радий Хәбировтан шелтә алды. Ә юл йыуыу техникаһы булмаған 4 муниципалитет етәксеһенә ҡаты киҫәтеү еткерелде.Өфө-аэропорт юлы йылдағыса ҡыштан һуң етди ремонт талап итә. Ғөмүмән баш ҡала юлдарын тәртипкә килтереүгә ҙур суммалар бүленгән, Республика Башлығы эште ойошҡан һәм сифатлы башҡарыуҙы талап итте.Ташҡын буйынса оператив хәл тотороҡло тиелде кәңәшмәлә. Һыуҙан ҡотолоу менән ҡотҡарыусылар алдында яңы бурыс – янғын миҙгеле башлана. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеңенсә, быйыл эҫе йәй көтөлә, шуға ла етди әҙерлек талап ителә. 27 апрелдән янғын хәүефенә бәйле махсус режим ғәмәлгә инә.Урмандарҙы тергеҙеү планы ла ҡаралды кәңәшмәлә, йылдағыса ҡырҡылғандан 10-15 процентҡа арттырып сәселәсәк быйыл, матур йолаға әүерелгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.