Ҙур йылғаларҙа һыу иң юғары кимәленә етәсәк

Ҙур йылғаларҙа һыу иң юғары кимәленә етәсәк

Был аҙнала Башҡортостанда ҙур йылғаларҙа һыу кимәле иң юғары нөктәһенә етер, тип көтөлә. Үткән тәүлектә 112-Системаһына яҙғы ташҡынға бәйле 9 мөрәжәғәт булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Ағиҙел йылғаһы Күгәрсен районы Юғары Бикҡужа ауылы янында бер тәүлектә 63, Көйөргәҙе районы Бөгөлсән ауылы янында 26, Иглин районы Глуховка ауылы янында Эҫем йылғаһы 25, Шишмә районы Бочкаревка ауылы янында Дим йылғаһы 23, Мәсетле районында Әй йылғаһы 21 сантиметрға күтәрелгән. Республиканың бер-нисә районында автомобиль юлдарын, күперҙәрҙе, баҡса участкаларын һыу баҫыу осраҡтары теркәлгән. Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта 112 номерына шылтыратырға кәңәш итә.