Республика башлығы эш сәфәре менән Миәкәлә

Республика башлығы эш сәфәре менән Миәкәлә

Ауыл ерендәге социаль обьекттар хәле – халыҡтың йәшәйеш кимәле билдәһе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкәлә булып, райондағы сәнәғәт предприятиелары, төрлө учреждениелар эше менән танышты. Миәкәләге үҙгәрештәр тураһында беҙҙең киләһе яҙмала. Башҡортостанда тау саңғыһы базалары һаны арта. Ғәҙәттә, ошондай комплекстар республиканың таулы өлөшөндә урынлашһа, Миәкә инвесторҙары иһә райондағы тау саңғыһы үҙәген үҙендә, Ҡырғыҙ-Миәкәлә сафҡа тапшырырға ниәтләй. Район үҙәге янындағы быуа һәм уның биләмәһендәге тау бының өсөн үтә лә ҡулайлы, тигән фекерҙә эшҡыуар Руслан Аҡсурин. Йүнселдәр портфеле проекты 140 миллион һумға тиңләшә. Инвесторҙар үҙ аҡсаһын туризмға ғына бүлмәй. Районда эшҡыуарҙарға өлгө булырлыҡ бизнесмендар ҙа бар. Ҡасандыр йорттар төҙөү, сауҙа менән шөғөлләнгән һәм Салауат Хәлимов етәкләгән ширҡәттең Миәкәлә бөгөн үҙ заводы ла бар. предприятие профнастил етештереүҙе яйға һалған. Башҡортостан башлығы ойошманың бөгөнгө хәленә баһа биреп, киләсәкәк маҡсаттар менән ҡыҙыҡһынды. Әйткәндәй, бөгөн ошо фирма хеҙмәткәрҙәренә айына 40 мең һум түләнә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Миәкәгә эш сәфәре преограммаһында социаль обьекттарға айырым иғтибар бүленде. Исемлектә район үҙәгендәге парк. Республкиа етәксеһе Миәкәләге балалар сәнғәт мәктәбе торошо менән дә ҡыҙыҡһынды. Әйткәндәй, уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән үҙәктәрҙең именлеге һәм йылы булыуы айырым шарт. Районда, муниципаль учреждениеларҙы комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге тап ошо бурысты ғәмәлгә ашырыу өсөн яуаплы ал инде. Миәкәгә эш сәфәре барышында Радий Фәрит улы Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Феодосия Пашина, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләре менән дә осрашты.