Доға ҡыл, ә мин һаҡлармын!

Доға ҡыл, ә мин һаҡлармын!

Өфө рәссамы Александр Скорняковтың иң популяр картиналарының береһе ошолай атала. Әле Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда рәссамдың шәхси күргәҙмәһе ойошторолдо. Уны хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева ла барып күрҙе. Һәр картина үҙенә бер тарих менән бәйле, уларҙың һәр береһе тураһында Александр Скорняков ентекләп һөйләргә әҙер.Картиналарҙың береһе лә заказ буйынса эшләнмәгән. Отец Виктор менән яҡындан аралашҡас Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ тураһында һүрәт төшөрөү уйы килде, ти рәссам.Махсус хәрби операция биләмәһендә төрлө милләт һәм дин кешеләре бар, шуға ҡарамаҫтан, улар бер-береһен туғандар тип атай, тип һөйләй полк имамы Хәмзә хәҙрәт.Яугирҙар ғына түгел, төрлө дин вәкилдәре лә дуҫ. Хәмзә хәҙрәт Һәм Виктор ҡайһы берҙә бер бүлмәлә доға ҡыла.Илебеҙ яугирҙарының ысын хәрби туғанлығын һүрәтләгән картина менән республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә бүлешкәйне. Шулай уҡ республика башлығы Мәскәүҙә осрашыу барышында Владимир Путинға ла рәссамдың ижады хаҡында һөйләне.Һәр кем ҡулынан килгәнсә махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итә. Сәнғәт кешеләре лә ҙур өлөш индерә — геройҙарыбыҙ тураһында һөйләй, ижади тел, художестволы образдар менән уларҙың нисек һәм нимә өсөн көрәшеүен күрһәтә.