Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы башланды.Уның сиктәрендә «Һаулыҡ поездары» табиптары алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәрҙе бушлай хеҙмәтләндерәсәк. Социаль селтәрҙә уларҙың эш графигын Республика башлығы Радий Хәбиров баҫтырып сығарҙы. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл күсмә комплекстар 55 район биләмәһендәге 331 ауылға бара. Акция 15 сентябрҙә тамамлана. Былтыр табиптар 150 мең 190 кешенең сәләмәтлеген тикшергән, 22 меңдән ашыу кешелә сир асыҡлаған.
Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк
Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк