Башҡортостанда ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы яҙылыу иғлан ителде

Акцияның маҡсаты – республикала донъя күргән гәзит-журналдар уҡыусыларының һанын арттырыу.

Йылына ике тапҡыр үткәрелгән күләмле сараның һөҙөмтәһе бармы, ваҡытлы матбуғат сараларын бөгөн ниндәй мәсьәләләр борсой. Уҡыусылар һанының аҙайыуы айырым баҫмаларҙы ябыу менән янамаймы?

«Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында эфирға сыҡҡан «Иғтибар үҙәгендә» тапшырыуында ошо турала һүҙ барасаҡ. Шаршамбы, 17-се апрелдә 13 сәғәт 20 минутта башланасаҡ тапшырыу ҡунағы – «Һәнәк» журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов.