Сүриәлә хөкүмәт ғәскәрҙәре ИГИЛ позицияларын утҡа тотоуын дауам итә. Алеппо ҡалаһының байтаҡ өлөшө террорсыларҙан азат ителде. Дума ҡалаһы янында ла хәрбиҙәр һөжүмгә күсте.
Төркиәлә ҡыҙҙар өсөн интернатта янғында кәм тигәндә 12 уҡыусы һәләк булған. Уларҙың барыһы ла аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән. Йәрәхәтләнеүселәрҙең барыһына ла медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Бразилия көйәрмәндәре авиафажиғәлә һәләк булыусы спортсыларҙы иҫкә ала. Көньяҡ Америка кубогына финал уйындарына осҡанда улар һәләкәткә тарый. Ил президенты
Ер шарында иң оҙаҡ йәшәүсе Эмма Морано 117 йәшен билдәләгән. Үҙенең ошо йәшкә етеүен ул махсус диета менән аңлата. Бына 100 йыл Морано көн һайын өс йомортҡа, аҙ ғына ит һәм емеш еләк ашай икән.