Республика Хөкүмәтендә гидротехник ҡоролмаларҙың яҙғы ташҡын үткәреүгә әҙерлеге тикшерелде. Хөкүмәт рәйесе әйтеүенсә, ошондай ҡоролмаларҙың төҙөклөгө һәм әҙерлек сифаты кешеләр һәм иҡтисад обьекттары именлеге нигеҙе. Премьер-министр Андрей Назаров Ырымбур өлкәһендәге ваҡиғаларҙы онотмаҫҡа саҡыра. Дамба йырылыу арҡаһында, күрше субьекттағы Орск ҡалаһында ғына бөгөн 4 мең ярым йорт һыу эсендә. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин дауам итә. Һуңғы йылдарҙа көслө ташҡындар күҙәтелмәне. Шуға ла халыҡ “ҙур һыу” тигән төшөнсәне онотоп, һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәләрҙә төҙөлөш алып бара. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн саралар күрергә кәрәк. Башҡортостанда әле 491 гидротехник ҡоролма барлығын Андрей Назаров айырым билдәләй. Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һүҙҙәренә ҡарағанда, Ашҡаҙар, Стәрле, Сәрмәсән, Өсән, Өршәктә, Урал аръяғындағы Таналыҡ менән Һаҡмарҙа, Быҙаулыҡ йылғаларында ташҡындың иң көслө мәле үткән. Йылайыр, Ҙур һәм Бәләкәй Ҡыҙыл, Әй, Йүрүҙән һәм Таныпта ташҡындың көслө ваҡыты. Ведомство етәксеһе Нияз Фазылов әйтеүенсә, быйыл йылғалар боҙҙан 5-8 көнгә иртәрәк әрселгән. Ағиҙел һәм Өфө йылғалары кимәле иһә артыуға бара. Республиканың төп һыу артерияһы — Ағиҙелдә, быйыл йылғаның ташҡын осорондағы кимәле башҡа йылдар менән сағыштырғанда 60 сантиметрға юғарыраҡ көтөлә. Өфө йылғаһының максималь кимәле 21-се апрелдән һуң кәмеүгә барасаҡ. Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Павловка, Йомағужа, Нөгөш гидростанцияларының “һыуһаҡлағысты тултырыу” режимына көйләнеүе әйтелде. Премьер-министр Андрей Назаров тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығы алдында йәнә бер бурыс билдәләй. Ведомство һыу ресурстары Федераль агентлығы менән берлектә Һаҡмар һыуһаҡлағысын капиталь ремонтлауҙа финанстарҙы арттырыу юлдарын табырға тейеш. Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта 112 номерына шылтыратырға кәңәш итә.
Башҡортостанда Ырымбурҙағы кеүек хәлдәр булмаясаҡ
Башҡортостанда Ырымбурҙағы кеүек хәлдәр булмаясаҡ