Башҡортостанда тәбиғәт янғындарын, шулай уҡ янғын сығыу хәүефен кәметеү өсөн республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Марат Латипов 27 апрелдән махсус бойороҡҡа тиклем республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итте.Тап ошо осорҙа янғын хәүефһеҙлегенә өҫтәмә талаптар ҡуйыла, Усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү тыйыла, граждандарҙың урмандарға барыуы сикләнә. Янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең яуаплылығы арта. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы. Янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарға — 10-20 мең һум, вазифа биләүселәргә — 30-60 мең һум, юридик шәхестәргә — 400-800 мең һум штраф ҡаралған.
27 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
27 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә