Өфөлә соҡорҙарҙы ямау эштәре дауам итә. Асфальт түшәменең етешһеҙлектәрен юҡ итеү эштәре февраль айында уҡ башланғайны. Әммә дөйөм юлдар торошона зарланыусылар әле һаман кәмемәй. Альбина Зәйнетдинова теманы дауам итә.Был берҙән-бер осраҡ түгел. Шиномонтажда эшләүсе егеттәр тишелгән тәгәрмәстәрҙе ремонтлап өлгөртә алмайбыҙ, тиҙәр. Өфө шоссеһынан алып Сипайлово урамына тиклемге юлдың тигеҙ урыны ҡалмаған, соҡор артынан соҡор. Ҡар иреп юлдар асылыу менән соҡорҙарға эләгеп тәгәрмәстәрен тишеп килеүселәр һаны ҡырҡа артҡан. Ҡар әрселеүгә бер ай ваҡыт үтте, әммә соҡор ҡорбандары һаны һаман да кәмемәй, ти егеттәр. Рыльский урамының был өлөшө яу яланын хәтерләтә. Урындағы халыҡ күптән был юлды урап үтә, яңылары тәгәрмәстәрен тишә, дисктарын бөгә, йә бөтөнләй машинаһының алғы өлөштәге тимер деталдарын ҡаҡшата. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был юлдың торошо йылдан-йыл насарая ғына. Хәлде ямғырҙар киҫкенләштерә. Һыу менән тулған соҡорҙар арҡаһында йәйәүлеләр юл аша ла үтә алмай. Водителдәргә иһә уларҙы урап үтер өсөн ҡаршы һыҙатҡа сығырға тура килә. Бының менән башҡаларҙың именлеген дә хәүеф аҫтына ҡуя.Өфөлә хәрәкәт өсөн хәүефле юлдар бихисап, уларҙы һанап бөтөрлөк түгел. Социаль селтәрҙәрҙә, Черниковка, Йәшел Сауҡалыҡ, Дим, Сипайлово биҫтәләре юлдарын яманлаусылар күп. Күптәр Ноғай ҡасабаһының Заповедная һәм Совет урамдары торошона зарлана. Хәүефле маршрут буйынса мәктәп автобустары, ашығыс ярҙам машиналары ла йөрөргә мәжбүр.Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттарын йыл һайын ремонтланыуға ҡарамаҫтан, юл хеҙмәттәренең даими иғтибарына мохтаж. Бында йыл әйләнәһенә ремонт, йыл әйләнәһенә тишек-тошок, ти водителдәр. Ҡаланың төп урамдары менән бер рәттән, ихата алдарындағы юлдар ҙа ҡурҡыныс хәлдә. Улар ҙа коммуналь хеҙмәттәр иғтибарында. Юлдағы соҡорҙарға ҡаршы көрәштә ҡаланың интерактив картаһы ярҙам итә ала. Әгәр ҙә һеҙ тәрән соҡор күрҙегеҙ, йә үҙегеҙ уға барып эләктегеҙ, интернет селтәрен асып соҡорҙарҙы ремонтлау картаһын асығыҙ. Артабан ябай ғына бер нисә аҙым. Сервисты асаһығыҙ, соҡорҙо фотоға төшөрәһегеҙ, картала уның ҡайһы ерҙә икәнен билдәләйһегеҙ.Теркәлгән мөрәжәғәттәр буйынса яҡын арала сара күрелергә тейеш, тип вәғәҙәләй муниципалитет вәкилдәре. Йыл башынан алып ҡына Өфөлә ике меңдән ашыу ошондай мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Дөйөм майҙаны 8 мең квадрат метрлыҡ меңәрләгән соҡорҙар ямалған, был эштәргә 1 мең 200 тонна асфальт киткән. Соҡорҙарҙы ремонтлау эше ҡасан тамамланырға тейешлеге билдәһеҙ. Әлегә шиномонтаж хеҙмәткәрҙәренә лә, юлдарҙы ремонтлау хеҙмәттәренә лә эш етерлек.
Иғтибар үҙәгендә юлдар торошо
Иғтибар үҙәгендә юлдар торошо