Махсус хәрби операциянан ҡайтҡандарға ял

Махсус хәрби операциянан ҡайтҡандарға ял

Ватанды һаҡлаусылар фондына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан һәм ғаиләләренән санатор-курорт дауаланыу буйынса бер мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт булған. Әле Башҡортостанда хәрбиҙәргә сәләмәтлекте нығытыу өсөн 14 шифахана билдәләнгән. Тулыраҡ Закир Шәрипов репортажы.Махсус хәрби операциянан ҡайтҡандарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү мөһим. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай бурыс ҡуя. Бөгөн хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре тулыһынса реабилитация үтә ала. Был республикала күрелгән 39 сараның бер төрө.Оса позывнойы алған яугир контузиянан һуң шифаханаға килгән. Ауыр экипировка йөрөтөүе лә умыртҡа һөйәгенә көс төшөргән. Хәҙер уға массаж эшләп, аяҡҡа баҫтыралар.Шифахана хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаты – яугирҙарҙы тиҙ арала аяҡҡа баҫтырыу һәм сәләмәтлеген нығытыу.Һәр бер пациент өсөн айырым, махсус тормошҡа яраҡлаштырыу программаһы билдәләнә. Ҡайһы берҙәренең хәле бигерәк ҡатмарлы. Мәҫәлән, аяҡ-ҡулдарын юғалтҡандар һәм контузиянан һуң тотлоға башлағандар менән эшләүе ҡатмарлы.Шифаханаға яугир ҡатыны менән килгән. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияға барыр алдынан ғына тормош иптәшен тапҡан һәм ғаилә ҡорған. Хәҙер икәүләп сәләмәтлектәрен нығыта.Ошонда уҡ Тишь позывнойы алған яугир дауалана. Ул да яраланған. Бында ҡатыны һәм әсәһе менән сәләмәтлеген нығыта.4 көн дауамфында үҙгәрештәр ҙә бар.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар үҙҙәренең теләге буйынса шифахананы һайлай ала. Бының өсөн төп документтар кәрәк. Шулай уҡ юлламаны бер йә бер-нисә туғанына биреп торорға мөмкин.Санатор-курорт дауаланыуҙар тыш яугирҙарға тағы ла 40 яҡын ярҙам сараһы ҡаралған. Кескәйҙәре иһә балалар баҡсаһына һәм түңәрәктәргә бушлай йөрөй , ә уҡыусылар бушлай аша ала. Уҡыусылар һәм студенттар өсөн йәмәғәт транспортында ла ташлама ҡаралған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм яҡындарына ярҙам итеү буйынса кәңәшләшеү үҙәктәре лә эшләй. Быыл уларға ярҙам итеү өсөн 6 миллиард уһмдан ашыу аҡса ҡаралған.