Яу машинаһы

Яу машинаһы

«Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғиәтенең «Сервис-Мастер» бүлендек предприятиеһы башҡорт батальондарын хәрби техника менән тәьмин итә. Әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн „Урал„ машинаһы әҙерләнә. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында.Махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн сираттағы бронялы „Урал„ автомобиле әҙерләнә. Уның двигателе күпкә көслөрәк, бысраҡ, батҡаҡлы урындарҙа туҡтап ҡалмаясаҡ был машина. Кабина эсе өс кеше ултырырлыҡ итеп үҙгәртелгән, машина хәрбиҙәр һорауы буйынса өҫтәлмә рәүештә махсус селтәр менән ҡапланған. Ул автомобилде дрондан һаҡлаясаҡ. Машинаны ҡаплай торған тимер тәүҙә ныҡлап тикшерелә. Бөгөнгә барлығы 41 машина эшләнгән, 22 Уаз, ике ПАЗ автобусы һәм 17 Урал бронеавтомобиле яу яланына оҙатылған.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн киләһе ылау менән ике вагон да әҙерәләнә.Бындай вагон махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ өсөн беренсегә эшләнгән..... ул бар нәмә менән дә йыһазландырылған... мейес менән йылытыла...