Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе аномаль эҫе һауа торошо хаҡында иҫкәртә. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы фаразы буйынса, 18-22 апрелдә төбәктә урыны менән һауа температураһы норманан 7-12 градусҡа юғарыраҡ булыр, тип көтөлә. Ғәмүмән, быйыл йәй эҫе буласаҡ, тигән фараздар яһала. Шуға ла Башҡортостанда 27 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. За кадром/// Тап ошо осорҙа янғын хәүефһеҙлегенә өҫтәмә талаптар ҡуйыла, Усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү тыйыла, граждандарҙың урмандарға барыуы сикләнә. Янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең яуаплылығы арта. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.
Башҡортостанда эҫе көндәр көтөлә
Башҡортостанда эҫе көндәр көтөлә