Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләүгә әҙерлек башланды. Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән байрамға әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө. Уға ярашлы, ойоштороу комитеты 2024 йылдың 19 апреленә тиклем тантаналы сараларға әҙерлек планын раҫларға тейеш. Ойоштороу комитеты етәксеһе итеп вице-премьер Ирек Сәғитов тәғәйенләнде. Шулай уҡ уның составына Башҡортостан вице-премьеры — финанс министры Лира Иғтисамова, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин һәм башҡалар инде. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан Өфөлә парад ойошторола.
Башҡортостанда Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләүгә әҙерлек башланды
Башҡортостанда Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләүгә әҙерлек башланды