Махсус хәрби операцияға Урал мотоциклы

Махсус хәрби операцияға Урал мотоциклы

Баймаҡтан йәш егеттәр 1974 йылда сығарылған Урал мотоциклын тергеҙеп, махсус хәрби операцияға ебәргән. Уны яралыларҙы сығарыу өсөн дә ҡулайлаштырғандар. Мотоцикл менән бергә Баймаҡтар башҡа техника, гуманитар ярҙам һәм посылкалар оҙатты. Тулыраҡ сираттағы репортаж. Сыңғыҙ ауылынан яугир Илшат Әхмәтов техниканы биш бармағы кеүек белә. Өлөшләтә мобилизацияға тиклем ул урындағы эшҡыуарҙа водитель булып эшләгән. Ошо арала Илшат яҡындары менән бәйләнешкә сығып мотоцикл кәрәклеген белдерә. Туғандары егеттең Уралын ебәрергә тигән ҡарарға килә.Урал мотоциклын Баймаҡ ҡалаһының Кәкре ауыл микрорайоны ир-егеттәре төҙөкләндерергә була. Техникаға 50 булыуға ҡарамаҫтан уны йүнәтә алалар һәм хатта йөк, боеприпас йә яралыларҙы ташыу өсөн яраҡлаштыралар. Ошо турала хәбәр бөтә район буйлап тарала. Хәрби бәрелештәр ваҡытында бөтә мобиль техника ла файҙалы. Урал менән ҡуша Баймаҡтар тағы ла мопед, машиналарҙы сираттағы гуманитар ылау менән оҙатты.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар белдереүенсә, фронтта еңел техникаға ихтыяж ҙур. Ул тиҙ йөрөй һәм яу яланынан яралыларҙы алып сығыу өсөн уңайлы. Яҡташтарыбыҙға ебәрелгән техника уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Тыуған яҡтарҙан оҙатылған тимер ат уларҙың рухтарын да күтәрәсәк.