18 йыллыҡ көйөнөс

18 йыллыҡ көйөнөс

Ҡала үҙәгендә иғтибар талап итеп нисә йылдар балҡыған дүрт көмбәҙ. Бөгөн иһә республика халҡы оло һөйөнөс кисерә – ниһайәт, Әр-Рәхим мәсетен төҙөү ҡабаттан тергеҙелә. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Әҙер проектты күргән һәр кем һоҡланыуын йәшерә алмай ине. «Әр-Рәхим» Рәсәйҙәге иң ҙур мәсеттәрҙең береһе була, тип маҡтандыҡ. 2007 йылдың көҙө. Мәсеткә тәүге нигеҙ ташы һалынды. Төҙөүселәр йылдам эш башланы, ә оҫталар иман йортоноң эсен биҙәүгә әҙерләнде. Әр-Рәхим республиканың ғорурлығы булырға тейеш ине. Генераль подрядсының белдереүенсә, төҙөлөшкә бюджет аҡсаһы тотонолмай. Бар эштәр физик һәм юридик шәхестәр тарафынан бүленгән хәйриә аҡсаһына атҡарыла. Уны Торатау конгресс-холын, Боҙ һарайын һәм «Аҡбуҙат» ипподромын күтәреүҙә ҡатнашҡан предприятиелар алып бара. 2009 йыл. Мәсет төҙөүгә бүленгән аҡсалар юҡ. Шаҡ ҡатырғыс был хәбәрҙән һуң бөтә республика шаңҡыны. Төҙөлөш яйланы, ә 2016 йылда бөтөнләй туҡтатылды.Баш ҡаланың ҡап уртаһында балҡып ултырыр Әр-Рәхим оҙайлы йылдар, дошмандар күҙгә төртөп көлөр һөлдә булып маһайҙы. Ғорурлыҡ йорто ғәрлек сығанағына әүрелде. 2023 йылдың 13 марты. "Әр-Рәхим" мәсете манараһының көмбәҙе ҡолап төшкән. Яңылыҡ, утҡа май өҫтәп, бар тарафтарға йәшен тиҙлегендә таралды. Ике ай эсендә көмбәҙҙе күтәреп ҡуйыу күңелдәрҙә өмөт сатҡыларын уятһа, 26 майҙа яңғыраған тәүге аҙан мәсеттең төҙөлөп бөтөрөнә ышанысты арттырҙы. “Әр-Рәхим мәсетендә тәүге аҙан тауышы. Тиҙ арала төҙөп бөтөргә насип итһен, Хоҙай! “ – тип шатланыштыҡ. 2023 йылдың сенябрендә Республика етәксеһе тарафынан төҙөлөштө тергеҙеү буйынса кәңәшмә үтеүе ышанысты тағы ла нығытты.Ураҙа ғәйете иртәһендә республика башлығы эш сәфәре сиктәрендә Әр-Рәхим йәмиғ мәсетенә килде һәм эшсе төркөм менән изге йортто ниһайәт төҙөп бөтөү тураһында кәңәшмә үткәрҙе. Белгестәр бинаны тотоп тороусы, һаҡлаусы конструкцияларҙы һәм инженер селтәрҙәрен тикшереп, тейешле кимәлдә булыуын белдерҙе. Мәсеттең үҙәк көмбәҙендә ағастан яһалған япмалар алыштырылды. 2024 йылдың икенсе кварталында фасад эштәре тамамланырға тейеш тип белдерҙе радий Фәрит улы. Тәҙрәләр алмаштырыла. Биҙәү өсөн Грециянан мәрмәр алдырыла. Проект-смета документтары тергеҙелеп, экспертиза үтте. Быйылғы эштәргә 700 мең – 1 млрд һум аҡса бүленә.