Ул ғәҙәттә апрель уртаһына тура килә. Нисек дөрөҫ итеп ҡайын һуты алырға һәм файҙалы эсемлекте нисек дөрөҫ һаҡларға. Ошо һорауҙарға яуапты белеү өсөн хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова ла урманға барып ҡайын һутын йыйырға өйрәнде.Ҡайын һутының шифалы матдәләр менән тулы һәм файҙалы эсемлек икәне күптәргә билдәле. Ә бына кәрәкле ағасты нисек табып, уға зыян килтермәй һут йыйыу ысылдары барыһына ла таныш түгел.Ҡайын һутын йыйғанда ағасты өс сантиметрҙан да тәрәнерәк тишергә ярамай. Сөнки ҡайын үҙ ваҡытынан алда сереп ҡолауы ихтимал.Һут әрәм булып ергә ағып тормаһын өсөн һауытты бәйләп ҡуйырға тәҡдим ителә. Көнөнә бер ағастан 10 литрҙан күберәк һут алырға ярамай. Тейешле һауыт тулғас та, ҡайын һуты ергә ағып, ағас серемәһен өсөн, һут аҡҡан урынды ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ ҡайын һутын 50 градусҡа тиклем йылытып эсргә тәҡдим ителә.Һауыттарҙы көнөнә ике тапҡыр ҡуялар, иртәнге һутты һаулыҡ өсөн ҡулланыу һәйбәт булһа, иртәнән кискә тиклем йыйылғаны сироп, кеүәҫ, уксус һәм башҡа файҙалы әйберҙәр эшкәртеүҙә ҡулланыла.Ҡайын һутын эшкәртеү предприятиеһына килтерелгән һуттан, тәү сиратта, өлгөләр алына һәм анализдар үткәрелә, составы шәкәр миҡдарына, кислотаға тикшерелә. Ҡайын һуты составы буйынса ҡан плазмаһын хәтерләтә, шуға күрә миҙгелендә уны күберәк эсеп ҡалырға кәрәк. Предприятиела шулай уҡ ҡайын һуты менән кесерткәнде ҡушып сәс ағарауҙан һаҡлаусы гидролат эшләргә уйлайҙар. Предприятиела әле ҡыҙыу осор, унда ҡайын һутынан тыш, саған ағасы һутынан да сироптар әҙерләйҙәр. Саған һутының составында шәкәр күберәк булғанға, ул күпкә татлыраҡ. Технолог әйтеүенсә, саған һуты диабет менән ауырыған кешеләргә бик файҙалы. Башҡортостандың ҡайындарға бай төбәк икәне күптән билдәле. Шуға ла республикаға Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан ҡайын һуты йыйыу өсөн киләләр.Ҡайын һутын йыйыу, ғәҙәттә, апрель аҙаҡтарына тиклем дауам итә. Тап ошо осорҙа үҙ сәләмәтлегеңде нығытып ҡалырға кәңәш итә, белгестәр.
Башҡортостанда ҡайын һыуы йыйыу осоро
Башҡортостанда ҡайын һыуы йыйыу осоро