Радий Хәбиров журналистар һәм блогерҙар менән осрашты

Радий Хәбиров журналистар һәм блогерҙар менән осрашты

Республика башлығы Өфөлә журналистар һәм блогерҙар менән осрашыуҙа ни өсөн икенсе мөҙҙәткә төбәк етәксеһе вазифаһына дәғүә итәсәген аңлатты. Тәү сиратта, башланған эштәрҙе тамамлап ҡуйырға кәрәк. Беҙ ябай булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеү эшен ойошторорға һәм ошо осорҙо бергәләп үтергә кәрәк, тине Радий Хәбиров.