Башҡортостанда яҙғы ташҡынға бәйле хәл тотороҡланды

Башҡортостанда яҙғы ташҡынға бәйле хәл тотороҡланды

112-Системаһына мөрәжәғәттәр юҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Хәйбулла районында таналыҡ йылғаһы 37, Бөрөлә Ағиҙел йылғаһы 5, Өфөлә Дим йылғаһы 4 сантиметрға ғына күтәрелгән. Өфөлә Ағиҙел йылғаһы күтәрелеүҙән туҡтаған. 11 районда 20 ғәҙәттән тыш хәл күҙәтеүгә алынған. Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта 112 номерына шылтыратыу һорала.