Ошо сәбәпле республиканың юл хәрәкәте дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре “Йәйәүле” операцияһын үткерҙе. Юлдарҙа үлем осраҡтарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән рейдта беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты. Республикала юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусылар арта. Күп осраҡта йәйәүлеләр ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай. Йәйәүлеләрҙе Зебраларҙа, йә башҡа ҡаралмаған урындарҙа бәрҙереү осраҡтары арта. Ошо сәбәпле Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы "Йәйәүле " тип исемләнгән рейд үткәрҙе. Рейдтар юл ҡәғиҙәләрен боҙоуға иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн ойошторолдо. Юл хәрәкәтендә ҡатнашҡандарҙың ошондай ҡатламы айырым иғтибарға лайыҡ, ти Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе. Үҙәк баҙарҙағы ике "зебра" араһындағы юл йәйәүлеләрҙең иң яратҡан урыны. Юлдың был өлөшө аша ваҡыты-ваҡыты менән йәйәүлеләр йүгереп сыға. Был ир иһә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәрен күреп, уларҙан ҡасыу яғын ҡарай. Юл аша үтергә ярамаған урындан был юлы ҡыҙ сығып бара. Инспекторҙар уны Зебра аша үтергә кәрәклеген аңлатып оҙатты. Артынса уҡ йәнә ҡәғиҙә боҙған ике йәйәүле тотолдо. Операция барышында инспекторҙар мотлаҡ зебра аша үтеү ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртте. Аварияларҙың тап, йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәүе йәки һанға һуҡмауы арҡаһында булыуын аңлатты.
Башҡортостанда автомобиль аҫтында һәләк булғандар һаны артҡан
Башҡортостанда автомобиль аҫтында һәләк булғандар һаны артҡан