Бында ике терминалды тоташтырыусы махсус япманы төҙөү тамамланды. Хәҙер 20 процентҡа күберәк пассажир ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Гөлфиә Мәҡсүтова сюжеты.9 мең квадрат метр самаһы майҙанлы ҡыйыҡты, төҙөүселәр бары йыл ярым ваҡыт эсендә төҙөй. Япма, декоратив функция үтәүҙән тыш, пассажирзарға өҫтәмә уңайлыҡтар тьәмин итә. Ҡыйыҡты аэропорт үҙ аҡсаһына төҙөй. Конструкцияның бындай ҙур үлсәмдәре эске авиатерминалдың үткәреү һәләтен сәғәтенә мең ярым кешегә тиклем арттырырға мөмкинлек бирә.Өфөгә килгән пассажирҙар уңайлы хәрәкәт итә алһын өсөн, ҡыйыҡты терминал менән берләштерергә ниәтләйҙәр.Шулай уҡ терминал бинаһының иҫке өлөшөндә тышҡы биҙәң эштәре планда.Бынан тыш, башҡа мөһим проекттар ҙа тормошҡа ашырыла. Эске авиялиниялар терминалында комплексы эштәр башҡарыла: кондиционер,электр менән тьәмин итеү һәм яҡтыртыу системалары яңыртыла. Яңы биләү бүлмәһе, балалар өсөн уйын комплексы асыла һәм ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре яңыртыла. Аэропорт хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә бер нисә йыл эсендә һиҙелерлек үҙгәрештәр барлыҡҡа килә һәм эш шарттары яҡшыра.Республика халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары бындай яңыртыуҙан ҡәнәғәт. Пассажирҙар матур тышҡы ҡиәфәтен дә, терминал эсендә хәрәкәт итеү уңайлылығын да билдәләй.Шулай уҡ 10-сы һәм 11-се өҫтәмә ултырыу сығыу урындары файҙаланыуға тапшырыла. 2023 йылда ил эсендә пассажирҙар ағымы тәүге тапҡыр 4 миллион пассажир билдәһенән ашып киткән. Йәйгеһен миҙгелдең иң юғары нөктәһендә көн һайын 65 – тән ашыу рейс башҡарыласаҡ, шуларҙың 50-һе эске йүнәлештә.Шулай уҡ йәйге миҙгелдә 20 халыҡ-ара йүнәлеш буйынса көн һайын 15-тән ашыу рейс башҡарыу планлаштырыла. Әйткәндәй, яңы ҡыйыҡ аҫтынан хәҙер пассажирҙар аэропорттан сыҡмайынса бер терминалдан идкенсеһенә күсеп йөрөй ала.
Баш ҡалабыҙ юбилейына “Өфө” халыҡ-ара аэропорты ла етди әҙерләнә
Баш ҡалабыҙ юбилейына “Өфө” халыҡ-ара аэропорты ла етди әҙерләнә