Был хаҡта республика етәксеһе белдерҙе. Шулай уҡ Радий Хәбиров башҡалала төҙөләсәк яңы спорт объектына иҫтәлекле билдә ҡуйыу тантанаһында ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт Сәлимә Исламова сюжетында. Ағиҙел йылғаһында иҫке Өфө пристане бар. Әлеге мәлдә эшләмәй, әммә өфөлөләр өсөн иҫтәлекле урын. Тап ошо ярға 1890 йылдың ямғырлы көҙөндә, бер нисә тәңкә аҡса өсөн генә йырларға теләк белдергән йәш егет Федор Шаляпин төшә. Аҡсаһы мөһим түгел, йырлатһындар ғына. Ысынлап та, йырсы булараҡ ҙур сәхнәгә ул тап Өфөлә күтәрелә. Был хаҡта тиҙҙән иң билдәле бастың хәтирәләренән генә түгел,ә башҡалала асыласаҡ музейҙағы экспозицияларға ҡарап та белербеҙ.Эшселәр әле 19-сы быуаттағы үҙенсәлекле паркеттың тулы күсермәһен түшәүҙе тамамлай. 600-ләгән экспонат һайланған. Был Шаляпинға бағышланған Рәсәйҙәге бишенсе музей. Күргәҙмәнең үҙенсәлеге- бөйөк бастың артист булараҡ тәүге ҡаҙаныштар, Өфөлә йәшәгән һәм ижад иткән йылдары.Проектҡа ярашлы бының өсөн дүрт зал бүленгән. Музей янындағы майҙан да яңырасаҡ. Ингән урында йәш Шаляпиндың фигураһы менән эскәмйә ҡуясаҡтар. Эргәһенә ултырып фото эшләргә мөмкин буласаҡ.Башҡала халҡы өсөн тағы бер тартыу нөктәһе — бокс прогресы үҙәге һәм теннис академияһы. Спорт объекттары төҙөлә башланыуы уңайынан иҫтәлекле билдә ҡуйыу тантанаһында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Яңы объект Якутов исемендәге парктың теннис буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе биләмәһендә барыҡҡа киләсәк. Бинаның ниндәйерәк булыры хаҡында һөйләү иртәрәк. Проект өҫтөндә эш башланып ҡына тора.
24 май Өфөлә Шаляпин исемендәге музей асыла
24 май Өфөлә Шаляпин исемендәге музей асыла