Ҡурай өсөн сиктәр юҡ

Тулыраҡ: Ҡурай өсөн сиктәр юҡ

Ҡурай өсөн сиктәр юҡ.

Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән тәбәктәр ҡурайҙың сихри моңона сорнала. Махсус проект сиктәрендә Пермь, Силәбе өлкәләрендә йәшәүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ милли музыка ҡоралында уйнарға ла өйрәнә ала. Һәр башҡорт өсөнҡурай башҡа музыка ҡоралдарынан күпкә өҫтөнөрәк. Ырымбурҙар,иһә, уның моңон аяғүрә баҫып тыңлай.Ырымбур – бөтә Рәсәй буйлап үтәсәк ҡурай байрамының тәүге нөктәһе. Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттарыҡоролтайы ойошторған бындай ҙур сараны милләттәштәребеҙ йәшәгән һәр төбәктә көтәләр.Өлкә драма театрында Халыҡ инструменттары милли оркестры һәм башҡа күренекле коллективтарҙың сығышын күреүөсөн шығрым тулы зал тамашасылар йыйылды.Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йылға арналған конференция ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ырымбур халҡы башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир, йәмәғәт эшмәкәрен үҙҙәренеке тип тәҡабул итә. Ул Ырымбурҙа Неплюев кадет корпаусында белем алғанһәм көнсығыш илдәре менән бәйләнештәр булдырыуҙа әүҙем эшләгән шәхестәрҙең береһе.Мәҙәни осрашыуҙан йәштәр ҙә ситтәҡалманы. Зарина Бәхтийәрова ҡурай байрамына Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән.Ырымбур башҡорттары Башҡортостандан килгән милләттәштәрен бик оҙаҡҡайтарғылары килмәй торҙо һәм киләсәктә ошондай осрашыуҙарҙыңйышыраҡ үтеүен теләне.