Баш ҡалабыҙҙа ,,Селтәр,, байрамы уҙҙы

Тулыраҡ: Баш ҡалабыҙҙа ,,Селтәр,, байрамы уҙҙы

Баш ҡалабыҙҙа „Селтәр„ байрамы уҙҙы.

Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ағинәйҙәр үҙҙәре яһаған ҡул эштәрен алып килде. Өфөләге ижад йорттарының береһе республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән ағинәйҙәр тауышынан гөрләп торҙо. Конкурсҡа килтерелгән биҙәүестәр, селтәр-түшелдеректәрҙән күҙҙәр ҡамаша. Рита Шәйҙуллина Әбйәлил районынан килгән. 125 һаҡалға, 107 ҡашмауға күҙ нурҙарын, ҡул йылыһын бүләк иткән оҫта ул.Һәр эш ҡабатланмаҫ. Ҡашмау-түшелдеректәге биҙәктәр үҙҙәрендә тарихи ваҡиғаларҙы һаҡлай.Һаҡал –хәситәләр, таҡыялар ҡатын-ҡыҙҙы ауырыу-сихәттән, һыуыҡ тейеүҙән дә һаҡлаусы булған.Бындай ҡашмауҙы элек тик кейәүгә сыҡҡан бай ҡатындары ғына кейә алған. Тәңкәләрҙең сыңдары насар көстәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡлағанына ышанған улар.Күҙҙең яуын алып торған ҡашмауҙар, һаҡал-түшелдеректәр эшләү түҙемлек һәм ныҡышмаллылыҡ талап итә. Ағинәйҙәр хәҙер йәштәр менән тәжрибә уртаҡлаша.Ойоштороусылар бындай сараны йыл һайын үткәрергә ниәтләй. Ағинәйҙәр әйтеүенсә, күңел йылыһын, күҙ нурын түгеп эшләгән әйбер бер ваҡытта ла ҡиммәтен юғалтмай.