Тынлыҡ тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелде

Тынлыҡ тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелде

Етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың туғыҙынсы ултырышы үтте. Ултырышта 30-ҙан ашыу мәсьәлә тикшерелде. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың туғыҙынсы ултырышында башта 2023 йылда республиканың Контроль-иҫәп палатаһының эш һөҙөмтәләре барланды. Йыл дауамында башҡарылған эштәр, күрһәткестәр, хәл ителгән проблемалар тикшерелде, пландар билдәләнде. Депутаттар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарарҙарын һәм Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын тикшерҙе. Халыҡ-ара һәм тышҡы иҡдисади бәйләнештәр, аҙ һанлы аҫаба халыҡтарҙың хоҡуҡтары гарантиялары, республика халҡына түләүһеҙ юридик ярҙам, ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү, халыҡ художество кәсептәре, умартасылыҡ тураһындағы закондарға үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекттары менән сығыштар яңғыраны. Тәҡдим ителгән иң көнүҙәк закон проекттары исемлегендә Граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты тәъмин итеү тураһында законға үҙгәрештәр индереү хаҡындағы проект та бар. Ултырыш барышында республиканың экологик кодексына ла үҙгәрештәрн индереү мәсьәләһе күтәрелде. Депутаттар эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай менән Белгород өлкә Думаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында һөйләште. Ултырыш дауамында бөтәһе 30-ҙан ашыу мәсьәлә тикшерелде.