Өфөлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә беренсел звеноны яңыртыу буйынса амбициоз программа тормошҡа ашырыла башланы. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Анализ күрһәтеүенсә, баш ҡала поликлиникаларының өстән бер өлөшөнә капиталь ремонт талап ителә, ҡорамалдарҙың яртыһы ун йылдан ашыу файҙаланыла. 2029 йылға тиклем 34 медицина ойошмаһына капиталь ремонт үткәреләсәк, бының өсөн республика бюджетынан 3 миллиард ярым һум аҡса бүленә. Тағы 4 миллиард ярым поликлиникаларҙы медицина ҡорамалдары, мебель, оргтехника менән йыһазландырыуға йүнәлтелә. Быйыл эш 2-се һәм 5-се балалар поликлиникаларында, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Республика туберкулезға ҡаршы диспансер, 17-се ҡала балалар дауаханаһында планлаштырылған. Шулай уҡ 8-се дәүләт клиник дауаханаһы буйынса проект-смета документацияһы әҙерләнә. Беҙ тағы ла бер ҙур проблемаға тотондоҡ, уға тиҫтәләгән йыл. Һәм мотлаҡ уны хәл итәсәкбеҙ .Барыһына ла һаулыҡ теләйем , тип яҙған Башҡортостан башлығы.
Өфөлә поликлиникалар яңыртыла
Өфөлә поликлиникалар яңыртыла