Был турала үҙенең телеграм каналында республика башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡҡайны. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн кәм тигәндә биш йыл кәрәк. Бында заманса туристик кластер барлыҡҡа киләсәк. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова дауам итә. Башҡортостандың урта өлөшө, хәҙерге Шишмә районында төҙөлгән Тора-хан кәшәнәһе XIV-XV быуаттарҙа төҙөлгөн уникаль архитектур ҡомартҡы. Мавзолей тарихи аспекттарҙы билдәләгән йәнә лә бер фактор. Кәшәнә бихисап ғилми асыштарҙың нигеҙе лә булып тора. республика ғалимдары ғына түгел, ә Рәсәй академиктары ла Торахан кәшәнәһенең донъя ғилеме өсөн айырым һәм тере артефакт икәнен йәшермәй. Торахан кәшәнәһе архитектура ғына түгел, ә археология йәһәтенән башҡа субьекттар , хатта дәүләттәр кимәлендәге берҙән-бер тиерлек бина. Уны төҙөгәндә ҡулланылған таштарҙы ла айырым өйрәнеү кәрәк. Хәҙер тарихи ҡомартҡы замана ҡурсауында. Тап шуға ла, кәшәнә биләмәһендә тарихи һәм мәҙәни комплекс төҙөү ниәте бар ине. Тәүге обьекттар исемлегендә Торахандағы визит-үҙәк. 600 квадрат метрлыҡ бина үҙ ҡоролошо һәм эске биҙәлеше менән башҡорт тирмәһен дә хәтерләтә. Музей, башҡорт аты үҙәге, айырым спа-шифахана. Былар тотош бер комплекс ҡына түгел, уларҙың төп бурысы – сәйәхәтселәрҙе йәлеп итеүҙән тыш, урындағы инфраструкутраны үҫтереү. Кәшәнәнең үҙенә тейеү бөтөнләй ҡаралмай. Торахан комплексының яңы тарихы уҙған йылдың сентябренән яҙыла башланы. Республика башлығы Радий Хәбиров Евразия халыҡтары күсмә цивилизацияһы музейын төҙөүҙәге беренсе аҙымды – комплекстың визит үҙәген төҙөүгә стартты шәхсән биргәйне Нигеҙҙәге көмөш тәңкәне ырыҫы ла бар. Бөгөнгә бина тулыһынса быяла менән ҡаплаылған. Торахан визит комплексының ландшафт биҙәлеше, архитектураһы урындағы тәбиғәт менән тулыһынса оҡшаш. Төп өлгө Шишмәләге тауҙар, ти проект авторҙары. Дөйөм алғанда, мең ярым квадрат метрлыҡ визит-үҙәк ҡыйығы аҫтында тарихи артефактарҙың мини-экспозияһы, 100 тамашасылыҡ амфитеатр, балалар зонаһы , күҙәтеү майҙансығы һәм кафе урынлашасаҡ.экспозиция ҡуйыласаҡ иң ҡиммәтле артефакттар ҙа билдәле. Уларҙың береһе Ташкенттан, Ҡөръән-Кәрим музейында һаҡланған Ғосман яҙма Ҡөрьәненең күсермәһе һәм сәйәхәтсе Ибн Фаҙландың 10 быуатта яҙған һәм башҡорттарға бәйле мәғлүмәтенең күсермәһе. Тап ошо яҙмала башҡорт хаҡына бәйле беренсе мәғлүмәт теркәлә. Торахан кәшәнәһенең өс д модель форматын хәҙер айырым витринала күреп буласаҡ. Тап һандар ярҙамында мавзолейҙың нигеҙ,урта һәм өҫкө өлөштәрен ҡарау мөмкинлеге бирелә. Сәйәхәтселәрҙе көткән йәнә лә бер яңылыҡ. Торахан кәшәнәһенә килергә теләүселәр визит үҙәктән мавзолейға тиклем айырым юлдан абара ала. Ағас һуммаҡтың йәнә бер функцияһы – тәбиғәтте мөмкин тиклем һаҡлау. Тура-хан кәшәнәһенә тиклем юл баҫҡысһыҙ эшләнгән, уның урынына 600 метрлык бормалы һуҡмаҡ һалынған, был йәйәңлеләр өсөн генә түгел, ә хәрәкәттәре сикләнгән, йәки йәш балалы ата-әсәләргә уңайлы булһын өсөн эшләнгән. Торахан кәшәнәһе янындағы беренсе күргәҙмә исеме лә билдәле. Шишмә районындағы мавзолей янында “Күсмә кешенең тормош юлы” экспозицияһы туплана. Тап ошондай юл менән тарихсылар башҡорт һәм Евразия далаһы тарихының төп этаптары тураһында һөйләргә әҙерләнә. Үҙәк төҙөлөшө быйыл йәй уртаһында тамамланһа, төп обьект – Евразияның күсмә цивилизацияһы музейы бинаһы әле проектлана.
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит үҙәге июндә асыла
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит үҙәге июндә асыла