Мөмкинлектәр донъяһы

Мөмкинлектәр донъяһы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дубайҙа «Мөмкинлектәр донъяһы» халыҡ-ара бизнес-форумында ҡатнашты. Сара үҙ майҙансыҡтарында донъяның 45-тән ашыу иленән 2 мең делегат һәм 10 мең самаһы онлайн-ҡатнашыусыны йыйҙы. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала. Донъя кимәлендәге эшлекле сара эшҡыуарлыҡ берләшмәһе, власть һәм халыҡ-ара ойошмалар вәкилдәрен берләштерҙе. Төрлө илдәрҙән килгән эшҡыуарҙар, халыҡ-ара ойошмалар вәкилдәрен Радий хәбиров сәләмләне.Берләшкән ғәрәп әмирлектәре Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 6-сы урында килә. Юғары технологиялар, спорт һәм туризм өлкәләрендә бәйләнештәр киңәйә бара. Секция ултырышында сығыш яһап, Радий Хәбиров был офрум мөмкинлектәрҙе тағы ла киңәйтер тигән ышаныс белдерҙе. Сара сиктәрендә Радий Хәбиров Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Тимур Зәбиров менән осрашты. Көн тәртибендә – Башҡортостандың Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре. Шулай уҡ төбәк етәксеһе Рәсәй-Әмирлек эшлекле советы рәйесе Сергей Горьков менән дә аралашты. Радий Хәбиров үҙ сығышында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре иҡтисадының күп яҡлы булыуын билдәләне һәм яңы партнерҙар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдырыуҙа ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Берләшкән ғәрәп әмирлектәре Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 6-сы урында килә. Шул уҡ ваҡытта уның ҙур өлөшөн экспорт тәшкил итә. Әлеге ваҡытта химия сәнәғәте продукцияһы тәьмин итеү нигеҙен тәшкил итә. Эксперттар фекеренсә, нефть-газ тармағы һәм аҙыҡ-түлек продукцияһы иң перспективалы йүнәлештәр булып ҡала. Форум сиктәрендә Төбәк етәксеһе Рәсәйҙең ҙур маркетплейстарының береһе генераль директоры Татьяна Бакальчук менән дә осрашып аралашты. Осрашыу барышында Башҡортостанда маркетплейстың логистик косплексын төҙөү тураһында килешеү төҙөлдө.