Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар әләмәтлеген нығыта

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар әләмәтлеген нығыта

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар 12 шифахана һәм ял йортонда дауалана ала. Әле шифаханаларҙың береһендә махсус хәрби операция имамы Хәмзә хәҙрәт Хафизов һаулығын нығыта. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта. Рухи остаз булараҡ икенсе йыл башҡорт батальондары яугирҙәре менән махсус операцияла ҡатнашыусы Хәмзә хәҙрәт Хафизов әле республика шифаханаларының береһендә һаулығын нығыта. Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар шифаханаға ташламалы юлламаны үҙҙәренең туғандары менән бүлешә ала. Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы дауаланыу осорон туғандары менән тигеҙ өлөшкә бүлә йәки яҡын туғандарының береһенә — ҡатынына йәки ата-әсәһенә шифаханала дауаланыу хоҡуғын тулыһынса тапшыра ала.Шифаханаға бушлай юллама бер тапҡыр бирелә. Дауалау оҙайлығы — 14 көн. Был ташлама менән махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡандан һуң бер йыл эсендә файҙаланырға мөмкин.Махсус хәрби операция башланғас та, унда барырға ҡарар итеп үҙебеҙҙең Баш мөфтөй Тәлгат хәҙрәт Тажитдинға мине хәрби операция барған "ҡайнар нөктәгә" ебәреүен һорап мөрәжәғәт иттем, ти хәҙрәт. Шайморатов батальонында һалдаттарҙы намаҙ тәртибенә лә өйрәтә хәҙрәтБашҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар 12 шифахана һәм ял йортонда дауалана ала. Улар араһында "Йәшел сауҡалыҡ", "Янғантау", "Яҡтыкүл", "Красноусол" бар. Шифаханаларҙа дауаланыусы һәр яугир өсөн республика бюджетынан 60 мең һум субсидия бүленә.