12-се айырым гвардия инженер бригадаһы Жуков орденына лайыҡ булды

12-се айырым гвардия инженер бригадаһы Жуков орденына лайыҡ булды

Оло награданы тапшырыу өсөн Башҡортостанға Рәсәй ҡораллы көстәренең инженер ғәскәре начальнигы, генерал-лейтенант Юрий СтавИцкий килде. Хәрби подразделение махсу хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн билдәләнгән. Тулыраҡ беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала. Жуков орденына лайыҡлылар күп түгел. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан илебеҙҙең барлыҡ инженер частәрен һанағанда, бындай награда икенсе генә!. Тимәк, ваҡиға ысынлап та тантаналы.Награда билдәле бер яугирға түгел, ә бөтә хәрби берләшмәгә тапшырыла икән, тамға менән таҫма байраҡҡа ҡуйыла. Хәҙер 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы үҙенең хәрби байрағында Жуков орденының рәсми символын йөрөтә. Награданы шәхсән Рәсәй ҡораллы көстәренең инженер ғәскәре начальнигы, генерал-лейтенант Юрий СтавИцкий беркетте. Кёнигсберг-Городокс 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы был награданы ил Президенты указына ярашлы, Махсус хәрби операцияла күрһәткән күмәк ҡаһарманлыҡ, ныҡышмаллыҡ һәм шәхси составтың айыры батырлығы өсөн алды. Хәрби хәрәкәттәрҙе заман шарттарына ярашлы алып барыу тейешле технологиялар ҡулланыуҙы талап итә. Был формированиела улар әүҙем ҡулланыла. Бригада үҙәк хәрби округҡа ҡарай. Махсус хәрби операция барышында улар бурыстарын бер-нисә йүнәлештә, шул иҫәптә иң ҡыҙыу нөктәләрҙә үтәй. Рәсәй ғәскәре тарафынан Авдеевканы алыуҙа ла бригаданың роле мөһим. Яугир-инженерҙар һуғыш яланына юл ярып тәүгеләрҙән булып инә. Башҡа ғәскәрҙәрҙәр өсөн уңайлыҡтар тыуҙыра һәм иң аҙаҡтан сыға. Хәҙер 12-се бригада илебеҙҙең инженер подразделениелары араһында иң яҡшылары иҫәбендә.