Өфө белгестәре Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән күсеп килеүселәргә психологик ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Психологтар белдереүенсә, яңы шарттарға яраҡлашыу ҙур стресс. Тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам итеүселәр хаҡында киләһе сюжетта. Ваҡытлыса урынлашыу пунктында йәшәүселәрҙең күбеһе стресс хәлендә, тип билдәләй психолог Роза Мөхәмәтшина. Ҡайһылары психологик ярҙамдың кәрәклеген аңлап та етмәй, ти ул.Психологтың бурысы үҙ-үҙеңде аңлау һәм иң мөһиме – күсеп килеүселәргә хәҙер хәүефһеҙлектә булыуҙарын, тыныс тормошҡа ҡайтыуҙарын һәм алдағы тормошҡа пландар төҙөй алыуыҙарын аңлатыу. Донецкийҙа ғаиләһе менән подвалдарҙа йәшенеп йөрөгәнен Алла Скребова күҙ йәштәре менән иҫкә ала. Йәшен атҡанда хатта самолет тауышынан ҡурҡып ҡалтырана башлайым, ти ул. Өҫтәүенә, бер йыл элек ҡатын ирен ерләгән. Шуға ла ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға уға психолог ярҙамы бик кәрәк. Әгәр башта психологҡа ҡатын-ҡыҙҙар ғына мөрәжәғәт итһә, хәҙер Роза Мөхәмәтшинаға тейешле кәңәштәр алырға ир-егеттәр ҙә, балалар ҙа килә. Балалар баҡсаһы ваҡытлыса тәрбиәләнеүселәре менән эш алып бара. Бөгөн республиканың ҡала һәм райондарында меңдән ашыу мәжбүри күскенсе йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ психологик йәрәхәттәре бар. Белгестәр менән эшләү арҡаһында уларҙың яңы хыялдары һәм маҡсаттары барлыҡҡа килә.
Күсеп килеүселәргә психологик ярҙам
Күсеп килеүселәргә психологик ярҙам