Ул йылдағыса Рус драма театрында ойошторолдо. Быйыл сарала беренсе тапҡыр беренсе класс уҡыусылары. Ошо хаҡта сираттағы репортаж. Быйыл кадеттар балында беренсе тапҡыр әле генә балалар баҡсаһын ҡалдырып, мәктәп тупһаһын аша атлап үткән уҡыусылар. Быға тиклем сарала беренсе булып тик бишенсе кластар ҡатнашып килгән. Хәҙер беренсе кластарға ла вальс, полонез, кадриль өйрәнергә тура килә.Октябрь районында кадеттар балы 2019 йылдан алып уҙғарыла. Быйыл сарала тиҫтәгә яҡын мәктәптән 200-гә яҡын бала ҡатнашты, улар араһында кадеттар ғына түгел, махсус класста уҡыусылар тиҫтерҙәрен дә саҡырған.Патриотик акцияны Еңеү көнө алдынан ойоштороу бигерәк тә мөһим. Балалар үҙенсәлекле һәм сағыу балға тулҡынланып әҙерләнә һәм бер ай дауамында хәрәкәттәр өйрәнә. Кадет балы – ҡаһарманлыҡ, матурлыҡ, нәзәкәтлелек байрамы. Әле ул беренсе класс уҡыусыларынан алып өлкән кадеттарҙы бейеүҙәрҙә әйләндерә һәм мәңгелек ҡиммәттәр — илгә тоғролоҡ, Ватанға хөрмәт һәм мөхәббәт тураһында иҫкә төшөрә.Махсус хәрби операция барған осорҙа патриотик тәрбиә биреү алғы һыҙыҡҡа сыҡты. Әйткәндәй, Октябрь районында кадеттарҙың 18 класы бар. Хәбри фәндәр менән берлектә уларҙа сит телдәр, медицина, ҡорал менән эш итеү һәм хатта йырларға өйрәтәләр.
Өфөнөң Октябрь районы мәктәптәре кадеттарының дүртенсе балы үтте
Өфөнөң Октябрь районы мәктәптәре кадеттарының дүртенсе балы үтте