Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы иҫкәртә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы ла һауа торошоноң ҡапыл үҙгәрәсәге тураһында иҫкәртә. Бөгөн урыны менән 30 градусҡа тиклем һыуытасаҡ, урыны менән ҡар яуасаҡ. Иртәгә Мәскәүҙәге бурандар Башҡортостанға ла килеп етәсәк. Шуға ла ҡотҡарыусылар именлек сараларын алдан хәстәрләргә кәңәш итә.