Дружинник һәләк булған йәки яраланған осраҡта уның ғаиләһенә Республиканың резерв фондынан пособие түләнәсәк.
Әле Башҡортостанда 7 мең кешелек 300 дружина бар. Былтыр ғына уларҙың тырышлығы менән 117 енәйәт асыҡланған. Дружиналарҙы быйыл ниндәй яңылыҡтар көтә? Ҡайтанан тергеҙелгән “халыҡ дружиналары” полиция хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнаша. 2015 йылдың июнендә республикала халыҡ дружиналары тураһында ҡанун ҡабул ителгәндән һуң, Башҡортостанда 7 мең кешенән торған 300 дружина барлыҡҡа килде. Улар тәртип һаҡлау органдарына ярҙам итә, юғалған кешеләрҙе эҙләүҙә лә ҡатнаша. 2016 йылдың һуңғы ун айында дружинасылар тарафынан 117 енәйәт эше һәм 6 меңдән ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған.Граждандарҙы үҙ теләк¬тәре менән йәмәғәт тәр¬тибен һаҡ¬лауҙа ҡатнашыуға йәлеп итеү өсөн әле өҫтәмә гарантиялар исемлеге барлана, социаль яҡлау ҙа мөһим. Сөнки дружинасылар эше өсөн аҡса түләнмәй. Шулай ҙа, дружина эшендә ҡатнашыр¬ға теләк белдер¬гәндәргә дәртләндереү сраларын булдырыу ҡарала. Шулай уҡ, ошо вазифа бурыстарын үтәгәндә үлем осраҡтары теркәлһә, дружинасының яҡындарына бер тапҡыр түләнә торған пособие бирелеү тураһында ҡануниәткә үҙгәреш индерелә.Мөһим мәсьәләләрҙең береһе финанслауға ҡайтып ҡала. Халыҡ дружиналарының уңышлы эшмәкәрлеге өсөн матди-техник база булдырыу мөһим. Халыҡ дружинаһына инеү ирекле. Теләге булған һәр кем йәмәғәт тәртибенә һаҡлауҙа хоҡуҡ һаҡсыларына ярҙамға килә ала. Уларҙың уртаҡ эшмәкәрлеге ысынлап та, ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Шуға дружинасылар рәтенә күберәк граждандарҙы йәлеп итеү мөһим бурыстарҙың береһе булып ҡала.