Башҡортостанда “Шыршы” операцияһы башланды.
Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары эске эштәр хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ылыҫлыларҙы законһыҙ ҡырҡыуҙы иҫкәртеү маҡсатында тәүге рейдҡа сыҡты. Быйыл ҡырын эш өсөн штрафтар ҙа артты-3 меңдән 4 мең һумға тиклем. Вазифа биләүселәргә 20 мең һумдан-40 мең һумға, ә юридик шәхестәргә 200 меңдән 300 мең һумға тиклем барып етә. Урманға етди зыян килтерелгән осраҡта штрафтың 500 мең һумға тиклем барып етеүе лә ихтимал. Ҡанун боҙоусыға иһә ике йылға иректән мәхрүм ителеү янай.