Италия премьер-министры Маттео Ренци вазифаһынан китә. Референдумда халыҡтың яртыһынан күберәге хөкүмәт тәҡдимен кире ҡаҡҡан- конституцияны үҙгәртеүгә ҡаршы булған. Экзит-пол мәҡлүмәттәре буйынса, ундайҙар 60 процент самаһы.
Ҡойма ямғырҙар сәбәпле Испанияның көньяғын һыу баҫҡан. Һәләк булыусылар бар. Кисә халыҡ һыу баҫыуҙан ҡасып йорттар башына күтәрелгән. Илдең метео хеҙмәттәре иң юғары хәүефһеҙлек кимәлен иғлан иткән. Ҡотҡарыусылар был көндәрҙә көсөргәнешле режимда эшләй.
Америкала алтынды биҙрәләп урлайҙар икән. Нью-Йоркта бер ир 1 миллион 600 мең евролыҡ 39 килограммлыҡ алтын урлаған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уны ике ай эҙләй, таба алмай.
Мәскәү аэропорттарында ғәҙәттән тыш хәл. 50 рейс туҡтатылған, 9-ы һаман осоу ваҡытын көтә. Был һауа торошона бәйле. Башҡалала әле көслө ҡар яуа, буран сыҡҡан. Елдең тиҙлеге секундына 7-12, урыны менән 15-20 метрға етә.