Туймазыла тәбиғи парк юҡ ителә

Тулыраҡ: Туймазыла тәбиғи парк юҡ ителә

Туймазыла тәбиғи парк юҡ ителә.

Алты йөҙҙән ашыу ағас үҫкән биләмә урынында гипермаркет төҙөргә ниәтләйҙәр. Бер яҡтан ҡарағанда, яңы үҙәк ҡала өсөн иҡтисади яҡтан отошло, икенсенән иһә хәҙер туймазылар сәнәғәт предприятияларынан килгән төтөндө һуларға мәжбүр буласаҡ. Туймазылар өсөн был парк ҡаланы сәнәғәт предприятиеларынан һаҡлап торған тәбиғи кәртә булған. Тик уның юғалыуы урындағы экосистеманың насарайыуына алып киләсәк. Һауала бысраҡ матдәләрҙең күбәйеүе – граждандар сәләмәтлеген өсөн ҡурҡыныс. Тәүге йәмәғәт тыңлауҙарында инвесторҙар егерме ағасты ҡырҡыу кәрәклеге тураһында әйтһә, өс йылда был һан утыҙ тапҡырға үҫә. Хәҙер инде сауҙа үҙәге хужалары 600 ҡарағасты тамырынан аҡтарып ташларға ниәтләй. Төҙөлөш майҙанын инвесторҙар күптән кәртәләп алған. Тик шуныһы – объект паспорты, уның документтары кеше күҙенә эләкмәгән урынға ҡуйылған. Буласаҡ гипермаркет нигеҙе — бетон блоктар, төҙөлөш ҡоролмалары — уларҙың барыһы ла ниәттәрҙең етдилеген һөйләй.Тумазы эсендә йәшел парктар күп түгел, улар икәү генә. Ә юҡ ителергә тейешле паркта ағастар ни бары ярты быуат элек кенә ултыртылған.Һауаны таҙартыуҙа иң яҡшы фильтрҙарҙың береһе тип тап ҡарағас иҫәпләнә. Уларҙың уртаса йәше 300-400 йылға тиклем етә. Ә ҡарағастар ярты быуат элек кенә ултыртылған. Һәм уларҙы юҡ итеү ҡаланың экосистемаһына ҙур хәүеф тыуҙыра.Туймазы ҡалаһы хәкимиәте, ҡырылған бер төп урынына ике ағас ултыртырға ла вәғәҙәләй. Әлегә ағастарҙы экологтар тикшереп, улар араһында сирле олондар бармы – юҡмы икәнлеген асыҡларға тырыша. Туймазы ҡалаһы халҡы, был хәлдең ыңғай хәл ителеүенә ышана.