Пегов ис. Өфө балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре уҡыу йылын тамамлап Ҡала мәҙәни ял итеү үҙәгендә ҙур концерт гөрләтте. Сығарылыш класы ла, тәүге йыл уҡыусы балалар ҙа бер сәхнәлә. Төрлө халыҡ, заман бейеүҙәре, сағыу костюмдары һәм әлбиттә оҫталыҡтары менән тамашасылар һөйөүен яуланы улар. Йылдың һуңғы концертын улар Халыҡ-ара бейеү көнө һәм Ғаилә йылына арнаны.
Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҙур концерт дөрләтте
Быйылғы уҡыу йылын Пегов ис. Өфө балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә 160-лап бала уҡыған.