Мәскәүҙә, Ҙур Кремль һарайында Рәсәй президенты Владимир Путиндың инаугурацияһы уҙҙы. Был иһә илдең яңы тарихында президенттың һигеҙенсе, Владимир Путин өсөн бишенсе инаугурация. Шулай итеп, яңы президент мөҙҙәте башланды, ул 2030 йылға тиклем дауам итә. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.Рәсәй Президенты итеп Владимир Путин бишенсе тапҡыр һайлана. Йола буйынса Президент инаугурацияһы Кремлдең Ҙур һарайында уҙа. Инаугурацияның традициялары ла бар. Беренсе булып Андреевский залына Президент Полкы дәүләт флагы, штандарт һәм Президент билдәһен индерә. Трибунала иһә Рәсәй Конституцияһының махсус экземпляры. Март айында уҙған тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә Владимир Путин электораттың 87 проценттан ашыуының тауышын йыйып, йәнә 6 йыл дауамында Президент бурыстарын башҡарасаҡ. Инаугурация сараһында ҡатнашыусылар һаны 2 мең ярым кеше. Улар Федерация Советы ағзалары, губернаторҙар корпусы, билдәле шәхестәр, сит дәүләттәр илселәре, хәрбиҙәр. Шуныһын да әйтәйек, Президент анты ни бары 33 һүҙҙән тора. Әммә, уның мәғәнәһе миллиондарса кешеләр тормошона ҡағыла. Донъя, бигерәк тә көнбайыш санкциялары баҫымына яуап. Рәсәй Президенты инаугурацияһына ошондай баһа бирергә лә мөмкин. Владимир Путинды дәүләт башлығы вазифаһына тәғәйенләү ил халҡының баш командующий янында берләшеүе тип ҡабул итергә кәрәк. Яңы вазифала Президент халыҡҡа беренсе мөрәжәғәтен дә иғлан итте. Колоссаль, йәғни баһалап бөткөһөҙ көс. Рәсәй үҙ киләсәген үҙе билдәләргә хаҡлы. Милли мәнфәғәт беренсе урында. Владимир Путин телмәрендәге был төп тезистар.Владимир Путин ҡиммәттәрҙең үҙгәреүе тураһында айырым билдәләй. Күсәгилешлек һәм йәш быуынды тәрбиәләү, дәүләтселекте үҫтереү, халыҡ традицияларын һаҡлау, күп милләтлек ҡағиҙәләре. Владимир Путин башҡарыласаҡ эштәрҙе Конституцияға таянып бойомға ашырыласағын белдерҙе. Бөгөн яуапты ата-бабалар алдында ттабыҙ, тине Президент. Президент инаугурацияһы иһә Президент полкы сығышы менән тамамлана. Әйткәндәй, был полк ойошторолоуға 88 йыл тулды. Рәсәй Президенты инаугурацияһынан һуң хәҙер ил хөкүмәте тулыһынса отставкаға китә. Яңыртылған Министрҙар кабинеты ағзалары, премьер-министр исеме яҡын арала Дәүләт Думаһы, Федерация Советы менән һөйләшеүҙәрҙән һуң иғлан ителә.
Владимир Путиндың инаугурацияһы уҙҙы
Владимир Путиндың инаугурацияһы уҙҙы