Синоптиктар Башҡортостанда һауа торошоноң тотороҡһоҙ буласағын фаразлай

Тулыраҡ: Синоптиктар Башҡортостанда һауа торошоноң тотороҡһоҙ буласағын фаразлай

Синоптиктар Башҡортостанда һауа торошоноң тотороҡһоҙ буласағын фаразлай.

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы көтөлә. Мәскәүҙәге бурандар Башҡортостанға ла килеп еттте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, унда һауа торошо сәбәпле авиарейстар кисектерелгәйне. Бөгөн айырым райондарҙа урыны менән 30 градусҡа тиклем һыуытты, ҡар яуҙы. Юл хәрәкәте инспекторҙары мохтажлыҡ булмаһа алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.