Дүртөйлө районы Түбәнге Маншыр ауылында тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вәлиуллин Сәлимйәүһәр Мансур улы 1944 йылдан алып 1951-се йылға тиклем алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Ҡытай менән Япония сигенә полкы менән йәйәү барып еткән ветеран Морзе әлифбаһы менән аралашырға ла өйрәнә. 7 йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡандан һуң юғары белем ала. Ветеринария фәндәре кандидатына тиклем ғилми юл үтә. Ветерандың тормош юлы хаҡында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова. Сәлимйәүһәр Мансур улы хәрби хеҙмәте ваҡытында шифрланған радиопрограмма менән эшләгәнен әле лә хәтерләй. Тырыш егеткә сержант званиеһы бирелә һәм ул РБМ радиостанцияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1951-се йылда Сәлимйәүһәр Вәлиуллин Чукоткалағы айырым элемтә батальонындағы хәрби хеҙмәт юлын 1-се класлы радист булып тамамлай. 7 йыл сит яҡтарҙа хеҙмәттән һуң, йәш һалдат тыуған ауылына ҡайта. 24 йәшлек егетте хатта үҙ әсәһе лә танымай.17 йәшендә генә фронтҡа киткән егеттең 7 йыл эсендә күргән, кисергәндәре эҙһеҙ ҡалмай. Бөйөк Ватан һуғышы Совет халҡына ҙур ғазаптар килтерҙе. Ул беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне ти, Сәлимйәүһәр Вәлиуллин. 1942- се йылда ғаилә башлығы Мансур Вәлиуллин фронтҡа китә. Бәлиғ булмаған 5 бала әсә иңендә ҡала. Атаһы төрлө фронттарҙа һуғыша, 3 тапҡыр яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң фронтҡа кире ҡайта. 1944 йылда Ленинград өлкәһендә Волхов фронтында һәләк була. 15 йәшлек ябай ауыл егете үҙ теләге менән фронтҡа китә. Командирҙар әҙерләгән 32-се уҡсылар полкында 4 ай уҡығандан һуң, 1945 йылдың апрелендә вагондарға тейәләләр. Поезд беҙҙе алыҫ Көнсығышҡа алып китте, тип хәтерләй ветеран.22 тәүлек үткәндән һуң һалдаттарҙы казармаларға урынлаштыралар һәм ике аҙна дауамында хәрби подразделениялар булдыралар. Алыҫ Көнсығышта Советтар Союзына янаған Японияға ҡаршы һуғышҡа ебәрәләр. 1945 йылдың июнендә Ҡытайҙың Квантун армияһы баҫып алған Манчжур виләйәте сигенә баралар.Япондарға ҡаршы һуғышта беҙҙән даим уяулыҡ һәм ҙур әҙерлек талап ителде, тип иҫләй ветеран. Полк өсөн Дуньхуа ҡалаһы Япония менән һуғышта һуңғы сик була. Ҡытай халҡына тыныс тормошто яйға һалырға ярҙам иткәндән һуң, Приморье хәрби округына кире ҡайтаралар. Сәлимйәүһәр Вәлиуллин 6-сы айырым эшсе батальонында хеҙмәтен дауам итә. 1948 йылдың авгусында Чукотҡаға ебәрелә. Чукоткала айырым элемтә батальонында 3 йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 24 йәшлек егет тыуған ауылындағы мәктәптә 10-сы классты тамамамлау ҡарары ҡабул итә. Мәктәпте уңышлы тамамлап ныҡышмал егет, Башҡорт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инә. Бөтә биш курсты ла яҡшы уҡый, ә 3-4-се курстарҙа Сталин исемендәге стипендия ала. Артабан, баш ветеринар табип, район дауаханаһы етәксеһе, Илештә дәүләт ветеринар станцияһы директоры булып эшләй. 1961-се йылда Мәскәү ветеринария академияһының аспирантураһына уҡырға инә. Ветеран ветеринария фәндәре кандидатына тиклем ғилми юл үтә. Сәлимйән Мансур улы күп һанлы наградаларға эйә. Хәҙер Сәлимйәүһәр Вәлиуллинға 97 йәш. Үткәндәргә ҡарап үҙемде бәхетле кеше итеп һанайым ти. “Эйе. Мин, ябай ауыл егете, ғалим, студенттарҙың тәрбиәсеһе булдым. Был осраҡлымы? Әлбиттә, юҡ. Барыһы ла тырышлыҡты талап итте ти Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Ҡатмарлы әммә данлы юл
Ҡатмарлы әммә данлы юл